тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     100баллов   Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу, юғары балдар йыйыу ҡурҡынысмы? Юҡ, әлбиттә, уның өсөн бары тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ, предметты ҡыҙыҡһынып өйрәнеү, маҡсатыңды дөрөҫ билдәләү һәм һиндә тап ошо сифаттарҙы тәрбиәләгән уҡыу йорто, талапсан уҡытыусы, теләктәреңә ышанып ҡараған ата-әсәйҙәреңдең булыуы кәрәктер. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары Саҡаев Эльдар менән Һөйөндөков Ислам ошо хәҡиҡәтте раҫланылар ҙа инде.

11 Е класы уҡыусыһы Саҡаев Эльдарҙы, уның ата-әсәһе - Рена Рәфҡәт ҡыҙы, Мөнир Камил улы Саҡаевтарҙы, уҡытыусыһы Әмир Наил улы Ғәлекәевты информатика фәне буйынса 100 балл, 11 А класы уҡыусыһы Һөйөндөков Исламды, әсәһе Гөлназ Ғариф ҡыҙы Тайсинаны, уҡытыусыһы Зәйнетдинов Илнур Иршат улын математика фәне буйынса 100 балл йыйыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да юғары һөҙөмтәләр, ижади уңыштар, хыял-ынтылыштарығыҙҙың тормошҡа ашыуҙарын теләйбеҙ. Һеҙ фиҙаҡәр тырышлығығыҙ менән гимназияның ғына түгел, Башҡортостандың да данын күтәрҙегеҙ! Киләсәктә лә һеҙҙең исемдәрегеҙҙе ғорурлыҡ менән телгә алырбыҙ тип ышанабыҙ! Афарин!

      Р.S. Әйткәндәй, информатика фәне буйынса беҙҙең республикала 9 уҡыусы 100 балға яҙһа, математиканан 3 уҡыусы иң юғары балл йыйҙы.

Суюндуков ИсламСакаев Эльдар