тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

          olimpiala2018 йылдың 8 июнендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Беренсе» олимпиадаһының йомғаҡлау кисәһе уҙғарылды. Жюри рәйесе, гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова уҡыусыларҙы тағы ла бер юғарылыҡты яулауҙары менән ҡотланы, гимназия-интернатта үткән көндәренең онотолмаҫ, шәхси үҫеш яғынан емешле булыуҙарына ышаныс белдерҙе һәм олимпиаданы юғары кимәлдә ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән жюри ағзаларына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Гимназияның уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова протокол һөҙөмтәләре буйынса «Беренсе» олимпиадаһында еңеүселәрҙе иғлан итте:

6-сы кластар араһында I урынға Белорет районы Инйәр ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Сәғәҙәтова Юлиә Рауил ҡыҙы, II урынға Өфө ҡалаһы 99-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Йәрмөхәмәтова Илнара Илнур ҡыҙы, III урынға Дыуан районы Республика лицей-интернаты уҡыусыһы Мәҡсүтов Марат Руслан улы лайыҡ булдылар.

7-се кластар араһында I урынды Ҡариҙел районы Байҡы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Сәйетгәрәева Илүзә Сәлихйән ҡыҙы, II урынды Салауат районы Арҡауыл ауылы Байыҡ Айҙар исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Сафин Салауат Даян улы, III урынды Өфө ҡалаһы М.Исҡужин ис. 136-сы Башҡорт лицейы уҡыусыһы Саматова Эмилия Марат ҡыҙы яуланы.

беренсе закрытие июнь 6беренсе закрытиеберенсе закрытие июньберенсе закрытие июнь 7

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ойошторған «Беренсе» олимпиадаһында математиканан яҡшы күрһәткестәре өсөн Ҡариҙел районы Байҡы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Сәйетгәрәева Илүзә Сәлихйән ҡыҙы, Асҡын районы Урмияз ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Мөхәмәтдинова Гөлшат Рәмил ҡыҙы Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр.

Башҡорт теле буйынса яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Әбйәлил районы Ташбулат ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Баязитов Юлдаш Юлдыбай улы, Белорет районы Инйәр ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Сәғәҙәтова Юлиә Рауил ҡыҙы, Әбйәлил районы Ишҡол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Ғәлиуллин Ғайсар Таһир улы, рус теленән яҡшы күрһәткестәре өсөн Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Ф. Солтанов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Мырҙабаева Ләйсән Азамат ҡыҙы, Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Әбдрәхимова Аделина Альберт ҡыҙы Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ойошторған «Беренсе» олимпиадаһының протокол һөҙөмтәләре һәм уҡырға ҡабул итергә тәҡдим ителгән уҡыусылар исемлеге алдағы көндәрҙә гимназия сайтына ҡуйыласаҡ.

Олимпиадала ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә афарин! Артабан да уңышлы һәм тырыш шәхес, илебеҙгә, еребеҙгә кәрәкле кеше булып үҫеүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ!

беренсе закрытие июнь 1беренсе закрытие июнь 2беренсе закрытие июнь 3беренсе закрытие июнь 4беренсе закрытие июнь 5