тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Куклы1

Беҙ, 9Е уҡыусылары - Әхмәрова Әминә һәм Сабитова Алина, тәрбиәсебеҙ Ишморатова Фәимә Ғибат ҡыҙы етәкселегендә өҫтәлмә белем биреү системаһының 100 йыллығына һәм Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған «Минең ҡурсағым» республика конкурсында ҡатнаштыҡ.

Был конкурс тураһында ишеткәс, тәрбиәсебеҙ менән кәңәшләшеп, яҙғы каникулда ҡурсаҡтар эшләргә тотондоҡ. Эштәребеҙҙе башлар алдынан, беҙ ниндәй ҡурсаҡ һәм ниндәй материалдар ҡулланасағыбыҙҙы һөйләштек. Әсәйҙәребеҙҙең, өләсәйҙәребеҙҙең кәңәштәрен дә ҡулланып эш иттек. Әҙер ҡурсаҡтарыбыҙҙы Фәимә Ғибат ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар ижад үҙәгенә алып барып тапшырҙы. Тәрбиәсебеҙ “Минең әсәйем – герой әсә” темаһына үҙе лә ҡурсаҡ эшләне. Май айының уртаһында һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәс, беҙ бик шатландыҡ. Ҡул эштәребеҙҙе яҡшы баһалап, 1-се һәм 3-сө урындар өсөн сертификаттар, дипломдар менән бүләкләнеләр. Беҙҙең эштәребеҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында В.М. Нестеров исемендәге Башҡорт сәнғәт музейының картиналар галереяһында күргәҙмәлә торасаҡ.

Куклы

                                                         Әхмәрова Ә.,Сабитова А.,Ишморатова Ф.Ғ