тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

беренсе 2 день 2

«Беренсе» олимпиадаһының икенсе көнө.

2018 йылдың 4 июне көнө үткәрелгән «Беренсе» олимпиадаһының асыу тантанаһы уҡыусыларға яҡшы кәйеф, көләс йөҙҙәр һәм онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк иткәндер тип ышанабыҙ. Олимпиада тантаналы шарттарҙа гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинованың йылы, ышаныслы, күңелдәргә дәрт-дарман бирер һүҙҙәре менән асылды.

Республиканан йыйылған уҡыусыларҙы сәләмләп гимназиябыҙҙың “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен башҡарһа, “Сулпылар-2016” телевизион конкурсында Гран-при яулаусы, Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар байрамы лауреаты Нур Собханғолов дәртле йырҙары менән сығыш яһаны. Олимпиаданың программаһы менән иһә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова таныштырып китте.

Артабан көнө буйы төрлө түңәрәктәрҙә - ритмика, ҡурай, робот техникаһы, журналистика, көрәш, ҡағыҙ селтәрҙәр буйынса шаулап-гөрләп эш барҙы. Кисен башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыштарынан ойошторолған дискотека ла уҡыусылар күңеленә хуш килде.

Ҡәҙерле дуҫтар! Олимпиадала үткән һәр бер көнөгөҙ файҙалы һәм уңышлы үтһен!

беренсе 2 день 1

беренсе 2 день 3

беренсе 2 день 4беренсе 2 день 5беренсе 2 день 6беренсе 2 день 7