тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      50 лет      Гимназиябыҙ йыл һайын уҡыусыларҙы оло тормош юлына оҙата.
      Улар бер ерҙә лә юғалып ҡалмай,яңы үрҙәр яулай,уңыштарға ирешә. Ә инде икенсе йортҡа әйләнгән гимназия-интернатҡа һәр ваҡыт килеп,осрашыуҙар ойоштороу ул үҙе бер матур традицияға әйләнгән.
      Ошо көндәрҙә белем усағына гимназиябыҙҙы илле йыл элек 1968 йылда тамамлаусы сығарылыш класы уҡыусылары йыйылды.
      Килгән ҡунаҡтарыбыҙ өсөн гимназия, музей, Ә. Исҡужин исемендәге ҡурай кабинеты буйлап экскурсиялар, гимназистар тарафынан уларға концерт ойошторолдо. Ә килгән ҡунаҡтар иһә үҙҙәренең хистәре,шаулы мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
      Әйткәндәй, 1968 йылғы сығарылыш уҡыусылары араһынан бик күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан: Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,филология фәндәре кандидаты, шағирә Рәсимә һәм БР -ҙың атҡаҙанған архитекторы Урал Ураҡсиндар, физика - математика фәндәре кандидаты, атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре Таһир Амангилдин һ.б...
      Осрашыу барыһына ла оҡшаны,бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Үҙҙәренең белем усағына ун ҡурай бүләк итте. Киләсәктә лә бындай осрашыуҙар тағы ла булып торор. Гимназия - интернат үҙенең сығарылыш уҡыусыларын һәр ваҡыт көтөп ҡала!

50 MG 9981500 1550500055005000000