тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

встреча вып1

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу – гимназия-интернатта һаҡлана килгән иң изге һәм сағыу йолаларҙың береһе. Мәктәп йылдары… Ғәжәп серле, иҫтәлекле, онотолмаҫ йылдар! Һәр кемгә лә кисә генә булған кеүек үҙҙәренең хушлашыу, сығарылыш кисәһе, һуңғы мәктәп вальсы…

Үткән аҙнала мәктәпте 50 йыл элек бөткәндәр йыйылһа, был шәмбелә 10 йыл элек тамамлағандар осрашты. 2008 йыл коллектив өсөн үҙенсәлекле йыл булғандыр, сөнки кластар һаны «К»ға тиклем етеп, 202 уҡыусы ҡулына аттестат алды. Был йыл шулай уҡ күп миҙал алыусылары, ҡурайсылары, лидерҙары, спортсмендары, күпләп нефть һәм авиация институтына уҡырға инеүҙәре менән иҫтә ҡалған. Һуңынан вузды бөткәндәр араһында ҡыҙыл дипломға тамамлаусылар ҙа байтаҡ булды.

Осрашыу З.В. Хисмәтуллина исемендәге тарих-этнография музейынан башланды, һәр кем үҙенең кабинетын, күңелгә яҡын урындарҙы күрергә ашыҡты. Тамаша залына йыйылғас, сараны гимназия-интернат коллективын етәкләүсе директорыбыҙ асып ебәрҙе. Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова уҡыу-уҡытыу эштәре, тәрбиә мәсьәләһе, яңы башланғыстар, уңыштар тураһында һөйләп үтте, уҡытыусы-ветерандарҙы тәбрикләне. Ысынлап та, был осрашыуҙы бөтәһе лә көтөп алғайны. Шул йылдарҙа эшләгән администрация, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр уҡытҡан уҡыусылары менән үткәндәрҙе, бәхетле миҙгелдәрҙе иҫкә алып, күңелдәрҙә ҡыңғырау тауышын зыңлатты. Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә”, - тиҙәр. Бөтә ун класс та, сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәре тураһында һөйләп, гимназияға, коллективҡа оло рәхмәттәрен еткерҙе, яратҡан уҡытыусыларын, класс етәксеһен, тәрбиәсеһен гөлләмәләргә күмде. Бөтә кластар исеменән гимназияға ҡыңғырау бүләк итте. Сығарылыш уҡыусыларына тик афарин тип әйтергә ҡала, сөнки осрашыу ойошҡан рәүештә үтте, йыр, бейеү, ҡурай менән үрелеп барҙы, күмәкләп фотоға төштөләр. Һәр кем ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән таралды.

Осрашыуҙы юғары кимәлдә ойошторған 11д класы уҡыусыһы, оҙон дистанцияларҙа йүгереүе менән (марафон) билдәле Заһир Әминевҡа һәм барлыҡ туғыҙ кластың старостаһына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

2008 йылғы 11д класы етәксеһе Г.С. Ҡылысова

встреча вып2встреча вып3встреча вып4встреча вып5встреча вып6встреча вып7встреча вып8встреча вып9встреча вып10встреча вып11встреча вып12