тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

zvonok

       25 май көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернатының ун беренсе класс уҡыусылары өсөн уҡыу йорто менән хушлашыу, уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә, интернатта эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтен белдереү көнө - һуңғы ҡыңғырау тантанаһы уҙғарылды. Уларҙың байрам кәйефен уртаҡлашырға ата-әсәләре, хеҙмәт ветерандары, хөрмәтле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Тажетдинов Илшат Азамат улы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры Шафиҡова Гөлназ Радмил ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы “Республика капиталь төҙөлөш идаралығы” ҡаҙна предприятиеһы директоры Ҡулмурзин Ғәфүр Рәфҡәт улы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Ағиҙел” башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Исмәғилева Зөһрә Салауат ҡыҙы, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы Миһранов Марс Шәрифулла улы килде.

Тантаналы линейка гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинованың ҡотлау һүҙҙәре менән асылып китте. Ул сығарылыш уҡыусыларын тормоштарындағы иң әһәмиәтле һәм мөһим көндәре менән ҡотланы, имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙарын теләне. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов та уҡыусыларға иң изге теләктәрен еткерҙе, тыуған Башҡортостаныбыҙ именлеге өсөн тырышҡан, гимназия исеменә тап төшөрмәгән шәхес булыуҙарын теләне һәм Рәсәй кимәлендәге конференция, конкурстарҙа еңеүсе уҡыусыларға Дипломдар тапшырып китте. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры Шафиҡова Гөлназ Радмил ҡыҙы гимназистарға маҡсаттарына ышаныслы атлауҙарын, тыуған уҡыу йортон, яратҡан уҡытыусы-тәрбиәселәрен хөрмәтләп иҫкә алыуҙарын һәм тормош һынауҙарын лайыҡлы еңеп сығыуҙарын теләне. Ул сығарылыш уҡыусыларына Мәғариф министрлығы тарафынан бирелгән рәхмәт хаттарын һәм дипломдарҙы тапшырҙы.

25 мая325 мая425 мая525 мая725 мая825 мая925 мя2 1

Барлыҡ уҡытыусылар исеменән 11г класының етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Кайбышева Альбина Хәсән ҡыҙы, тәрбиәселәр исеменән 11б класы тәрбиәсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Шәрипова Миңзәлә Мәүлетҡол ҡыҙы, ата-әсәләр исеменән Ҡәйепова Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы, сығарылыш кластары исеменән 11а класы уҡыусыһы Сөләймәнов Зариф сығыш яһанылар.

Мәктәп йылдары дәүерендә меңдәрсә тапҡыр яңғыраған ҡыңғырау тауышы ун беренселәр өсөн һуңғы тапҡыр сыңлар мәл дә етте. Улар эстафетаны етенсе кластарға “Рәми рухы һәр саҡ күңелдәрегеҙҙә булһын!” тигән аманат һүҙҙәре менән тапшырҙылар.

Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары! Берҙәм Дәүләт имтихандарын, юғары уҡыу йорттарындағы конкурстарҙы уңышлы үтеп, теләгән теләктәрегеҙгә ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ. Ғүмер буйы тик оло маҡсаттар һәм ҙур еңеүҙәр юлдаш булһын! Аҡ юл һеҙгә!!!

25 мая 125 мая 3

25 мая125 мая 5

ПРОГРАММА

проведения праздника  

25 мая  2018 года

БРГИ №1 имени Рами Гарипова

Наименование мероприятия

Класс

Время

Место

Ответственный

1.

Классные часы«Интернатым – изге йортом, атай ҙа булдың һин миңә, йомшаҡ ҡуллы әсәй ҙә»

7-11

9.00-9.45

Учебные кабинеты

Классные руководители

2.

Построение учащихся, учителей, воспитателей, родителей, гостей на площади перед гимназией

7-11

9.45-

10.00

Главная площадь

Елкибаев Т.К.,

Даутов Р.Р.

3.

Торжественная линейка, посвященная празднику Последнего звонка

7-11

10.00-11.00

Главная площадь

Зам. директора по ВР

Р.М. Тимербулатова,

Оргкомитет

4.

Фотографирование обучающихся выпускных классов

9,11

11.00-12.00

БРГИ №1 им.Р.Гарипова

Классные руководители и воспитатели

5.

Уроки по расписанию

7,8,10

11.20-14.05

Кабинеты

Учителя

6.

Классные часы

7-11

11.45-

12.30

Кабинеты

Классные руководители и воспитатели

7.

Праздничный обед  

9, 11

12.30-

13.00 ч.

Столовая

Зам. директора по ВР

Р.М. Тимербулатова,

Зам.директора по АХЧ Я.Р.Хафизов

8.

Отъезд обучающихся 9,11-х классов в БАТД имени М.Гафури

9, 11

14-00ч

БРГИ №1 им.Р.Гарипова –

БАТД им.М.Гафури

Классные руководители и воспитатели

9.

Фотографирование у памятника  Монумента Дружбы (только 11-е классы)

11

14.30-

14.45

памятник

Монумент Дружбы

Классные руководители и воспитатели

10.

Праздничное мерприятие в БАТД им.М.Гафури

9, 11

15.00 -

17.00

БАТД имени Мажита Гафури

Классные руководители и воспитатели 

11

Выезд из БАТД им.М.Гафури

11,9

17.00

16.00

БАТД имени Мажита Гафури

Классные руководители и воспитатели 

12.

Уборка комнат в общежитии

7,8,10

16.00 -18.0

Общежитие

Воспитатели

13.

Ужин

7-11

18.30-19.30

Столовая

Зам. директора по ВР

Р.М. Тимербулатова

Воспитатели

14.

Праздничная дискотека

7-11

19.30-

21.30

Главная площадь

Зам. директора по ВР

Р.М. Тимербулатова

Воспитатели

Отбой

7-11

22.00

Общежитие

Тимербулатова Р.М.,

Елкибаев Т.К.

Классные руководители и воспитатели