тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      урал батырӨфө ҡалаһында “Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың ҡала конкурсы үтте. Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернатының фольклор коллективы эпосты сәхнәләштереү буйынса Гран-приға (ҡатнашыусылар – Ҡулбирҙина Ҡәҙриә, Собханғолов Нур, Азаматов Батырхан, Хәмиҙуллин Батырхан, Әхмәтова Нурсилә) лайыҡ булһа, 8 Б класы уҡыусыһы Ҡулбирҙина Ҡәҙриә эпосты яттан башҡарыусылар араһында II урынды яуланы. Бәйгегә уҡыусыларҙы гимназияла “Дәүер” театраль-фольклор ансамблен етәкләүсе Илнур Флүр улы Лоҡманов әҙерләне.

Афарин! Йәш сәсәндәргә республика этабында уңыштар һәм юғары һөҙөмтәләр теләп ҡалабыҙ!

урал.2018урал.кадрияурал батыр2урал батыр1урал батыр3