тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

встреча выпускников 7Мәктәп йылдары - кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ бер миҙгеле. Мәңге хәтерҙән юйылмаҫ шатлыҡтар, онотолмаҫ иҫтәлектәр, беренсе ҡыңғырау, беренсе дәрес, беренсе уҡытыусы... Белем донъяһына сумып, тырышып уҡыған, йәмәғәт эштәрендә шау-гөр килеп ҡатнашҡан мәктәп йылдарының нисек үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала...

Май айының йәмле бер көнөндә гимназиябыҙ бинаһында матур традицияға әйләнгән осрашыу кисәһе үтте. Байрамға 25 йыл элек мәктәпте тамамлаған уҡыусылар һәм шул йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар, тәрбиәселәр йыйылды. Осрашыу кисәһен һәр бер сығарылыш уҡыусыһы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала, сөнки был көндө улар үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыларына рәхмәттәрен еткерә ала, оҙаҡ йылдар күрешмәгән класташтары менән осраша. Тантанаға йыйылған ҡунаҡтар йылдар аша үҙ рухын, беренселек сәмен һаҡлай алған мәктәп биналары буйлап тулҡынланып уҙҙы, гимназия администрацияһы улар өсөн музейҙа экскурсия ойошторҙо.

Сараны тамаша залында гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова асты. Ул уҡыу йортоноң бөгөнгө ҡаҙаныштары, уңыштары тураһында һөйләп үтте. Кисәгә оҙаҡ йылдар үҙҙәренең уҡыусыларына төплө белем биргән уҡытыусылар, яҡшы тәрбиә биргән тәрбиәселәр килгән ине. Гимназия уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт иһә осрашыу кисәһенә айырыуса йәм өҫтәне.

Был традиция артабан да һаҡланыр тигән ышаныста сығарылыш уҡыусыларын һәм хөрмәтле уҡытыусы-ветерандарыбыҙҙы белем усағыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ!

встреча выпускников 1встреча выпускников 5встреча выпускников 6встреча выпускников 4