Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләне. Был көндө гимназияла күп саралар ойошторолдо. Иртән байрам айҡанлы митингынан һуң, балалар һалдат бутҡаһын ашап, аҙаҡ 500-гә яҡын уҡыусыбыҙ “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашһа, төш ваҡытында төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Кисен “Исемдәре мәңге хәтерҙә” сараһына тамаша ҡылдылар. Ата-бабаларыбыҙҙың берҙәм, илебеҙгә һөйөүҙәренең көслө булыуы беҙгә Еңеү яҙын килтерҙе. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Атай-олатайҙарыбыҙҙың исемдәре мәңге хәтерҙә. Уҡыусыларҙың күңелдәренән үткәреп һөйләгән сығыштары, өҙҙөрөп хәрби көйҙәрҙе уйнауҙары, дәртле бейеүҙәре, патриотик рухлы йырҙары – барыһы ла ошо хаҡта ине. Донъябыҙ һәр саҡ аяҙ, йорт-илебеҙ һәр ваҡыт тыныс булһын!