тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

   э1     4 майҙа Өфө ҡалаһы Октябрь районы Ҡашҡаҙан паркында Бөйөк Еңеүгә арналған еңел атлетиканан эстафета үткәрелде. Гимназияның еңел атлетика буйынса шөғөлләнеүселәре Фәйзулла Ғабдулйән улы Абдрафиҡов етәкселегендә өс командала сығыш яһанылар һәм беренсе, икенсе, бишенсе урындарҙы яуланылар.

6 май көнө иһә был еңелмәҫ команда ҡала буйынса эстафетала ҡатнашты, Еңеү паркынан башланып, Нефтселәр стадионы буйлап үткән трассала Өфө ҡалаһының 136 мәктәбе араһында барған көсөргәнешле алышта өсөнсө, бишенсе һәм һигеҙенсе урындарға лайыҡ булдылар.

Бөйөк Еңеүҙе данлаған еңеүҙәрегеҙ өсөн афарин, гимназистар!

 

эстафета

э2эст