тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

       9 маяГимназия-интернатында 9 Май байрамы тантаналы линейка менән башланды. Ысын парадтағы кеүек байраҡ индереү, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлау, 10-сы класс егеттәренән төҙөлгөн өс взводтың һәм маршировкала еңеүсе 7б, 8д, 9в кластарының сәләме һәм маршы (етәксеһе Ҡ.Т.Йылҡыбаев) байрамға йәм өҫтәне. Директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинованың Еңеү көнө менән ҡотлау сәләмендә бик мөһим һүҙҙәр яңғыраны: «Беҙҙең гимназия-интернатында уҡыусыларҙа тыуған илде яратыу, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү эше юғары кимәлдә алып барыла. Февраль айында ойошторолған «Зарница» уйындары, хәрби йырҙарҙы өйрәнеү, маршировка, хәрбиҙәр, ветерандар менән осрашыуҙар – был эштәр барыһы ла йәш быуынды лайыҡлы алмаш итеп тәрбиәләү өсөн эшләнелә. Бөгөн бер нисә минуттан 512 уҡыусы һәм 54 уҡытыусы “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылып, Еңеү парадында ҡатнашасаҡ. Афарин, уҡыусылар!

Эйе, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе яугирҙарҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ уларҙың батырлығына лайыҡлы булырға тейешбеҙ!»

Сараның ҡунығы итеп Афған һуғышы ветераны, Советтар Союзы Геройы Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡовтың ейәне, полковник Радик Рәшит улы Бердин саҡырылды. Үҙенең телмәрендә ҡунаҡ илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандарҙы иҫтә тоторға кәрәклеген әйтеп, киләсәктә лә баш өҫтөндә һәр ваҡыт аяҙ күк булыуын теләне.

Шиғыр һөйләүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙә, хор йырсылары ла һынатманы. Бер минут тынлыҡтан һуң, дәррәү алҡыштар менән Гөлнара Ғәрифйән ҡыҙы етәкселегендәге хәрәкәт «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡуҙғалды.

Линейканан һуң, барыһы ла «һалдат бутҡаһын» тәмләргә йыйылды. Ҡырҙа бешкән ҡарабойҙай бутҡаһы һәм ҡара сәй, ысынлап та, телде йоторлоҡ ине.

9 мая59 мая7 19 мая7 39 мая7 49 мая69 мая7 2

 

Артабан спорт ярыштары, уйындар дауам итте, кемдер байрам тамашаһын ҡарар өсөн класс етәксеһе менән Октябрь проспектына юлланды.

           Иле өсөн һәләк булғандарҙың

   Исемдәре халыҡ телендә,

         Кәүҙәләре ҡайҙа ҡалһалар ҙа,

         Оло хөрмәт тыуған ерендә!

Ҡылысова Г.С., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

9 мая4