тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

курай3Ҡыйғы районында «Ҡыйғыр ҡурай» II Асыҡ ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Был бәйге башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы - Ҡурайҙы популярлаштырыу маҡсаты менән Ҡыйғы районы хакимиәте ярҙамында уҙғарыла. Бәйге шарттары буйынса ҡурайсылар, музыка һәм сәнғәт мәктәптәре программаһына ярашлы, өс төрлө көй уйнап ишеттерәләр. Билдәле ҡурайсылар етәкселегендәге жюри ағзалары бәйгеселәрҙең маһирлығын, көйҙәрҙең ҡатмарлылығын һәм шәхси оҫталыҡтарын баһаланылар.

Жюри ҡарары буйынса Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернатының 9б класы уҡыусыһы Харисов Айҙар I дәрәжәле лауреат дипломына лайыҡ булды. Етәксеһе – гимназияла ҡурай түңәрәген алып барыусы Вәсил Ришат улы Баймырҙин.

Афарин! Башҡорт ҡурайының даны һәм киләсәге һеҙҙең ҡулдарҙа, егеттәр!

курайкурай1курай2