тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

И 125-27 апрелдә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ -ның “Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү үҙәге” республикабыҙҙың 8 - 11 класс уҡыусылары өсөн “Илһам” конкурсының йомғаҡлау сараһын ойошторҙо. Еңеүселәр өс көн барышында ҡала менән танышты, билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар менән аралашты, әҙәбиәт, тележурналистика буйынса дәрестәр алды. Быйылғы йылда конкурста гимназиябыҙҙың данын 11 З класы уҡыусыһы Динмөхәмәтова Лидиә яҡланы. Ул, бәйгенең тәүге этабын уңышлы үтеп, йомғаҡлау өлөшөнә саҡырыу алды һәм һынатманы - “Тележурналистика” номинацияһында призер булып, диплом, сертификаттар менән бүләкләнде. “Өс көн буйына барған сарала үҙемә әллә күпме яңы мәғлүмәт, көс-дәрт, рухи аҙыҡ алдым. Гимназиябыҙҙың миңә бағлаған өмөттәрен аҡлай алғанмындыр тип ышанам, шуға ла уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм,” - тип тәьҫораттары менән бүлеште ул. Лидиәне алда тағы ла яңынан–яңы һынауҙар – БДИ-ны уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона уҡырға инеү кеүек күңелле лә, яуаплы ла мәшәҡәттәр көтә.

Афарин! Буласаҡ журналисҡа уңыштар теләйбеҙ! Ҡәләмең үткер, йөрәгең һиҙгер, күңелең матур һәм тоғро булыр тип ышанабыҙ!

И 3И 2Илһам