тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      achievements2018 йылдың 27-28 апрелендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлеген һаҡлау, йәштәр араһында сәләмәт тормошто һәм милли көрәште пропагандалау маҡсатында Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында көрәш буйынса республика асыҡ турниры уҙғарылды. Ярышҡа Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, күрше Татарстандан да бик көслө, сәмле көрәшселәр йыйылды. Гимназияла милли көрәш түңәрәген алып барыусы өлкән тренер Жәлил Динмөхәмәт улы Йосопов етәкселегендә Кәримов Айҙар 70 кг ауырлыҡта II урынға, Зарипов Азамат 50 кг ауырлыҡта - II, Әйүпов Линар 55 кг ауырлыҡта шулай уҡ II урынға лайыҡ булдылар. Йәғәфәров Ғаян, Ибраһимов Искәндәр, Вәлиев Рим исемле егеттәребеҙ ҙә үҙ ауырлыҡтарында юғары һөҙөмтәләр күрһәттеләр.

Афарин! Егеттәргә артабан да юғары уңыштарға ирешеүҙәрен, батыр, сәмле, ғәмле рухлы булыуҙарын теләйбеҙ. Һеҙ – гимназиябыҙ ғорурлығы!