тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      Легкая атлетика27-28 апрелдә Туймазы ҡалаһында еңел атлетика буйынса республика асыҡ ярыштары үтте. Физик культура уҡытыусыһы Фәйзулла Ғабдулйән улы Абдрафиҡов етәкселегендә беҙҙең гимназистар Киранов Илдус менән Мофазалова Гөлназ 800 метр арауығында йүгереүҙә еңеү яуланылар. Шулай уҡ 27 апрель көнө Өфө ҡалаһы беренселегенә Гастелло стадионында үткәрелгән бәйгелә Гәрәев Артур 600 метр алыҫлыҡҡа йүгереү буйынса еңеүсе булды.

Афарин! Гимназия данына тап төшөрмәгән, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаған йәш егет-ҡыҙҙарыбыҙға артабан да уңышлы сығыштар теләйбеҙ!