тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

A36BjYdFmsC1s26 апрель көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернатында “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналған “Бейеүгә дан!” исемле концерты уҙғарылды. 29 апрель - Халыҡ-ара бейеү көнө байрамы, ЮНЕСКО ҡарары буйынса француз балетмейстеры, реформатор, бейеү сәнғәте теоретигы Жан Жорж Новеррҙың тыуған көнө иҫтәлегенә 1982 йылдан алып билдәләнеп килә. Бейеү байрамына Башҡортостандың билдәле шәхестәре - Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Баш ҡ ортостанды ң халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, Башҡортостандың халыҡ артисы, Нефтехимиктар мәҙәниәт үҙәге директоры Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов, республика капиталь төҙөлөш идаралығы директоры Ғәфүр Рәфҡәт улы Ҡулмырҙин, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БашҡортостандыңШәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов, “Беренсе” сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы вәкиле Ислам Ғилман улы Баймөхәмәтов, ата-әсәләр, сығарылыш уҡыусылары, гимназистар саҡырылған ине.

Гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, тантаналы шарттарҙа профессор Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичеваға гимназияның Рәми Ғарипов исемендәге премияһын тапшырҙы.

VMi FWzd5bgFIhc pl2syQVnq3CTJH2BI


Тамаша легендар “Г
өлнәзирә” бейеүе менән башланып китте һәм “Тәбиғәт ҡосағында”, “Бөрйән егеттәре”,“Татар халыҡ бейеүе”, еврейхалыҡтары бейеүе “Хава нагива”, “Мордва халыҡтары”, “Зилалай”, Дала башҡорттары”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Казачий”, “Ауыл егеттәре”, “Тыпырҙаҡ”, “Йәшлек”, “Ҡулэше оҫталары”, “Ҡороҡсолар”, “Колхоз йәштәре”, “Азамат” тигән бейеүҙәр башҡарылды.

Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле гимназияла 2004 йылдан алып эшләп килә. Уның ойоштороусыһы һәм тәүге етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Хәким улы Шафиҡов. Ул етәкселек иткән йылдарҙа 30-ҙан ашыу төрлө халыҡ бейеүҙәре ҡуйыла. 2017 йылда Әнүәр Хәким улы ансамблде ышаныслы ҡулдарға - Әнфәр һәм Нәзифә Нурмөхәмәтовтарға тапшыра. Быйылғы ижад миҙгеле бик бай һәм уңышлы булды, тиҫтәгә яҡын яңы бейеүҙәр ҡуйылды, гимназия эсендә, ҡала буйынса үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаштылар.

Кисәлә Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасыларға бейеүҙәр аша хис-тойғоларҙы, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, башҡорт рухын еткерә алды, бейеү байрамы ысын мәғәнәһендә рух байрамына әүерелде.

Ансамблгә яңынан-яңы уңыштар, ижади дәрт-дарман, тамашасылар һөйөүе, йылы алҡыштар теләп ҡалабыҙ! Афарин!

DSC 0832uo5YAx6pzUQabIfpgGVtS8WinSfpqIZnA