тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

татарстан 12018 йылдың 23 апрелендә, Өфөлә уҙғарылған Татарстан Республикаһы башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә, беҙҙең гимназия күрше төбәк ҡунаҡтарын бай программа менән ҡаршы алды. Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ тарихи-этнографик музейҙағы милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған күргәҙмә материалдарҙы, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим исемендәге кабинет-музейҙарҙағы экспонаттарҙы айырыуса ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Һәр ваҡыттағыса, гимназия таланттары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары халҡыбыҙҙың мәҙәни-рухи байлығын тамашасыларға юғары кимәлдә еткерә алды, һоҡланыу, ғәжәпләнеү, хайран ҡалыу тойғоларын уятып, көслө алҡыштарға күмелде. Гимназия хеҙмәткәрҙәре менән дуҫтарса аралашыу, фекер алышыу ҙа ике яҡ өсөн дә бик файҙалы булды.

Саба районы “Саба тулҡындары” телерадиокомпанияһында башҡорт телендәге “Ирәндек” музыкаль тапшырыуҙарын алып барыусы Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы Вәлиуллинаның сығышы телде, мәҙәниәтте бөгөнгө шарттарҙа һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән “Ирәндек” музыкаль редакцияһы араһында ижади хеҙмәттәшлек булдырыу мөмкинселеген тәҡдим итте.

Туғандаш республиканың делегацияһы составында әүҙем ҡатнашҡан, Башҡортостандың Милли музейында «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорттар: үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәккә пландар» форумында сығыш яһаған, шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Татарстан башҡорттары сәнғәт оҫталарының гала-концертының алып барыусыһы булған сығарылыш уҡыусыбыҙ Иликеева Лиана кеүек теленә, иленә, рухи тамырҙарына тоғро йәштәребеҙ менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.

Милләттәштәребеҙгә яңы үрҙәр, ижади уңыштар, рухи ныҡлыҡ, сәләмәт мөхит теләйбеҙ!

татарстан 2татарстан 3татарстан 4татарстан 5