тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 MG 838716 апрель көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернатына Бүрәт иленән юғары вазифалы ҡунаҡтар килде. Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһсе Айбулат Вәкил улы Хажин, урынбаҫары Альберт Марат улы Яримов оҙатыуында Бүрәт Республикаһы Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү комитеты рәйесе Батор Базаржапович Цыренжапов, Бүрәт Республикаһы Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү комитетының әйҙәүсе белгестәре Алла Владимировна Бурхинова, Татьяна Евгеньевна Соловьева, Дандар Чимитдоржиевич Санданов гимназиябыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштылар. Ҡунаҡтарҙы Рәми Ғарипов бюсы эргәһендә ҡаршы алғандан һуң, “Шоңҡар” спорткомплексына, Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина исемендәге тарихи-этнографик музейға, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим исемендәге кабинет-музейҙарға һәм гимназия буйынса экскурсия ойошторолдо. Данлыҡлы “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, һәләтле ҡурайсыларыбыҙ, иң оҫта йырсыларабыҙ ҡатнашлығындағы тамашаны ла ҡунаҡтарыбыҙ алҡышлап ҡабул итте.

Иң ҡыҙыҡлы, фәһемле фекер алышыуҙар гимназия уҡыусыларының “Лидер” ойошмаһы ойошторған түңәрәк өҫтәл артында барҙы. Гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова, тарих уҡытыусылары Әминә Әнүәр ҡыҙы Баймөхәмәтова, Рәфил Рәсүл улы Дауытов, Сулпан Рәфим ҡыҙы Хәмиҙуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәрова, Альбина Әхкәм ҡыҙы Ғалина, инглиз теле уҡытыусыһы Рәйлә Хәйҙәр ҡыҙы Хилажева, гимназия лидерҙары Ғәниев Илнар, Солтанова Гөлиә, Азаматов Батырхан, Туҡаева Карина, Киранов Илдус, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының өлкән уҡытыусыһы Гөлназ Ришат ҡыҙы Ижбаева һәм беҙҙең хөрмәтле ҡунаҡтар дуҫтарса аралашыу сараһында бер-береһенә үҙҙәрен борсоған, уйландырған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр, ике республика араһындағы оҡшаш яҡтарҙы билдәләнеләр. Ҡунаҡтар баш ҡалабыҙ Өфө атамаһының барлыҡҡа килеүе, республикалағы экологик торош, ҡурсаулыҡтар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡырағай кейектәр тураһында һорауҙар бирһә, беренселәр Бүрәт Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороу, глобалләшеү осоронда һаҡлау, заманса уҡытыу, милли геройҙар, конкурс-бәйгеләр кеүек мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Бигерәк тә Бүрәт Республикаһында беҙҙең гимназия кеүек Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ойошторолған 1–се Бүрәт республика милли лицей-интернаты тураһындағы мәғлүмәттәр ҙур йәнлелек тыуҙырҙы, милли уҡыу йорто эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре буйынса һорауҙарға ҡунаҡтар ихлас яуап бирҙе. Киләсәктә ике уҡыу йорто араһында тығыҙ бәйләнештәр булдырыу тураһында ла һөйләшеү алып барылды.

 MG 8252 MG 8374