тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      к514 апрелдә гимназиябыҙҙың «Шоңҡар» спорт комплексында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса республика асыҡ турниры үтте. Ярыштың маҡсаты - уҡыусылар араһында милли көрәште үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалау, иң көслө баһадирҙарҙы билдәләү. Ҡатнашыусыларҙы гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов, милли көрәш һәм билбау менән көрәш Федерацияһы башҡарма комитеты директоры Юнир Искәндәр улы Ильясов тәбрикләне. Асыу тантанаһында гимназиябыҙҙың «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамблдәре сығыш яһап, көрәшселәргә дәрт, еңеүгә ҡеүәт өҫтәне.

40-тан 80-гә тиклем ауырлыҡ категорияларында 11 команда көс һынашты. Командалар араһында өлкән тренер Жәлил Динмөхәмәт улы Йосопов етәкселегендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты еңеүгә өлгәште, икенсегә - Дүртөйлө ҡалаһы командаһы, өсөнсө урынға Өфө күп профилле профессиональ колледжы сыҡты.

Шәхси беренселек буйынса:

2004 йылғы һәм унан бәләкәйерәктәр араһында - 40 кг ауырлыҡта - Хәмитов Денис (Дәүләкән районы), 45 кг ауырлыҡта - Кәримов Сәид (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты);

2002-2003 йылғылар араһында - 50 кг ауырлыҡта - Әйүпов Линар (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты), 60 кг ауырлыҡта - Хажиморатов Фидан (Салауат районы), 65 кг ауырлыҡта - Ибраһимов Искәндәр (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты);

2000-2001 йылғылар араһында - 55 кг ауырлыҡта Йәһүҙин Илнур (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты), 65 кг ауырлыҡта - Хажиморатов Вилдан (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты), 70 кг ауырлыҡта - Кинйәғолов Илфат (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты), 80 кг ауырлыҡта - Кәримов Айҙар (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты);

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты сығарылыш уҡыусылары араһында - 65 кг ауырлыҡта - Бикбов Айҙар, 65 кг ауырыраҡ - Йосопов Салауат еңеүсе булдылар.

Афарин! Уңыштар һеҙгә, батырҙар! Еңеү рухы һәр саҡ һеҙҙең менән булһын!

к 1к 3к4к 2Көрәш