тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 MG 8141Бейеү бит ул – ялҡынлы дәрт,

Бейеү – спорт һәм сәнғәт.

Бейеү – талант һәм хеҙмәт ул,

Бейеү – тылсымлы хикмәт...

Еңел һөйәкле, аяҡтары ергә теймәй ҡоштай осоп йөрөгән бейеүсене кемдәр генә яратмай, кемдәр генә хөрмәт итмәй икән?! Халыҡ-ара фестивалдәр дипломанты, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәрен һәм ҡыҙҙарын тап шул сифаттары – осоу тойғоһо, тормош ваҡлыҡтарынан юғарыраҡ күтәрелә белеү хисен бүләк иткәне өсөн ярата ла инде тамашасы.

Ошо көндәрҙә гимназия уҡыусылары алдында улар ҙур тамаша менән сығыш яһаны. Береһенән-береһе һоҡланғыс, таң ҡалдырырлыҡ бейеүҙәре менән сәхнәбеҙ түрен дер һелкеттеләр. Уларҙың сығыштарын ҡарағандан һуң, гимназистар ғына түгел, ә уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙҙәренә дәрт-дарман, шәп кәйеф алды. Ансамблдең төп бурысы – милли бейеүҙәребеҙҙең ҡотон һаҡлап алып ҡалыу, халыҡҡа еткереү һәм замандаштарыбыҙҙы ысын сәнғәт өлгөләре менән таныштырыу.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансабленә тығыҙ эш графигы, гастролдәре араһында ваҡыт табып, беҙҙе рухи аҙыҡ менән байытҡандары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

  MG 8034 MG 8046 MG 8101