тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Гаиса ХусаиновРәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын миҙалға тамамлаған беренсе сығарылыш уҡыусыһы, академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновҡа 90 йәш

2018 йылдың 10 апрелендә гимназиябыҙҙың тәүге сығарылыш уҡыусыһы, академик, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновҡа 90 йәш тулды. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, Тел һәм Әҙәбиәт институтында юбилярҙы тәбрикләп тантаналы ултырыш уҙғарылды.

Тантанаға хөрмәтле Ғайса Батыргәрәй улының хеҙмәттәштәре, шәкерттәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, Башҡортостандың гуманитар фәндәр донъяһы вәкилдәре йыйылды. Ҡотлау һүҙҙәре менән тәүгеләрҙән булып әҙипте оло юлға сығарған тыуған уҡыу йорто - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы сығыш яһаны. Гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙының: “Һеҙ - 75 йыллыҡ тарихы булған иң абруйлы уҡыу йорто – мәктәп-интернатты көмөш миҙалға тамамлаған беренсе сығарылыш уҡыусыһы. Иҫ киткес тырышлыҡ, көслө ихтыяр, тәбиғәттән бирелгән һәләт, алға ынтылыш, намыҫлы хеҙмәт – ошо сифаттар һеҙҙе республикабыҙ һәм илебеҙ күләмендә ҙур танылыу яуларға, гимназия-интернатының данын, мәртәбәһен күтәреүсе ҙур абруйлы шәхес булырға ярҙам итте. Һеҙ халҡыбыҙҙың батыр ир-уҙамандарына хас булған матур сифаттар - бөйөклөк һәм ябайлыҡ, саялыҡ һәм тәүәкәллек, изге күңеллелек һәм талапсанлыҡты үҙенә туплаған, йәш быуын тураһында атайҙарса хәстәрлек күргән өлкән дуҫ һәм кәңәшсе. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ, ғаилә именлеге теләп ҡала. Халҡыбыҙ файҙаһына эшләгән изге эштәрегеҙ, түккән көсөгөҙ үҙегеҙгә изгелектәр булып әйләнеп ҡайтһын!” тигән теләктәре еткерелде.

Методик берекмә етәксеһе Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова гимназияла Ғайса Батыргәрәй улының юбилейына арнап үткәрелгән саралар – республика инновацион уҡыу йорттары араһында ойошторолған интернет-викторина, оҙаҡламай асыласаҡ кабинет-музей тураһында әйтеп китте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова һәм Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева олуғ ғалимдың хеҙмәттәре, уҡыу программалары, дәреслектәре бөгөнгө көндә лә уҡытыусылар өсөн төп методик ҡулланмалар булып тороуын, фәнни һәм әҙәби эшмәкәрлектә йүнәлеш биреп тороуҙарын билдәләп киттеләр.

                                              гхгх1

Ултырышта филология фәндәре докторы Ф.Ғ. Хисаметдинова, әҙәбиәт бүлеге мөдире М.Х. Нәҙерғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Т. Бикбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе З.А. Әлибаев, Башҡортостан Фәндәр академияһы урынбаҫарҙары А.И. Аҡманов, М.Ж. Кейекбаев, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре, Тарих, Тел һәм Әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре ғалимдың тормош һәм ижад юлы тураһында йөкмәткеле сығыш яһанылар. Ғайса Батыргәрәй улы йомғаҡлап рәхмәт һүҙен әйткәндә, ауыр һуғыш йылдарында белем биргән, киләсәккә йүнәлеш күрһәткән, уҡыуын артабан Мәскәү кимәлендә дауам итеү мөмкинселеген асҡан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын айырыуса йылы һүҙҙәр менән телгә алды.

Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле ил ағаһы, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы!