тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

танцыГимназиябыҙҙың педагогик коллективы тырышып уҡытыу-тәрбиә эшен генә башҡарып ҡалмай, рух тәрбиәләү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереү, эстетик тәрбиә биреү кеүек сараларҙы ла үҙ өлгөһөндә алып бара.

4 апрель көндө уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективынан төҙөлгән бейеү ансамбле Өфө ҡалаһы Октябрь районы күләмендә үткәрелгән “Бөтәһе лә бейей!” конкурсы комиссияһы ағзалары алдында уңышлы сығыш яһаны һәм юғары баһаға лайыҡ булды. Уҡытыусы һәм тәрбиәселәр: Көмөшбаев Р.Р., Дауытов Р.Р., Ғәликәйев Ә.Н., Баймырҙин В.Р., Нурмөхәмәтов Ә.Ә., Зиязова Л.Р., Бикмуллина Т.З., Ишморатова Ф.Г., Ғәбитова Д.С., Абилова Л.С., Яҡупова Ф.Х., Айсыуаҡова Р.Р., Яппарова З.Т., Нурмөхәмәтова Н.А. составындағы ансамбль “Килен сәйе” бейеүен күрһәтеп, күңелдәргә дәрт, эшкә илһам өҫтәне һәм гимназиябыҙҙы тағы ла бер күркәм сифаты менән биҙәне. Бигерәк тә бейеүҙе ҡуйыусы ансамблдең етәксеһе Нурмөхәмәтов Әнфәр Әсҡәт улына, төп ролде башҡарыусы солист Нәзифә Айтуған ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. “Дәртле, егәрле, эшһөйәр бейеү коллективы үҙенең сығышын район күләмендә үткәреләсәк гала-концертта ла күрһәтер тип өмөтләнәбеҙ,” -ти ансамблде ойоштороп, уны әйҙәүсе, гимназия-интернаттың профсоюздар ойошмаһы етәксеһе Рәйлә Абдрахман ҡыҙы Юнысова.

Афарин! Бейеүселәребеҙгә гала-концертта уңыштар теләп ҡалабыҙ!