тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      IMG 738925 – 29 мартта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернат базаһында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» XXIII регион-ара конкурсы үтте. Конкурстың бәйгеләрендә республикабыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан һәм күрше региондарҙан килгән 45 уҡытыусы “Мастер-класс”, “Мәғариф проекты” һәм “Мәғариф сәйәсмәндәренең “Түңәрәк өҫтәле”” конкурс эштәрендә көс һынашты. Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова етәкселегендәге мәртәбәле жюри конкурсантарҙың сығыштарын ғәҙел баһаланы. Конкурс һынауҙары тамамланды, ә еңеүселәрҙең исеме 31 март көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының сәхнәһендә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2018” конкурсының тантаналы ябылыуында билдәләнәсәк.

IMG 7364IMG 7408