тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     olimpiala30 март көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе Башҡорт республика гимназия-интернаты ойошторған "Беренсе" олимпиадаһының йомғаҡлау кисәһе уҙғарылды. Тамаша залына олимпиадала ҡатнашыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, баһалама ағзалары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ҡунаҡтар йыйылды. Кисәне асып, гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова олимпиаданы ойоштороусыларҙы, ярҙам итеүселәрҙе, ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, ижади уңыштар, юғары үрҙәр теләне.

"Сағыу йондоҙҙар эҙләйбеҙ " сараһында үҙ һөнәрҙәрен, оҫталыҡтарын күрһәтеп өлгөргән йәш йондоҙсоҡтар тарафынанәҙерләнгән концерт номерҙары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Хәсәнова Нургизәнең ҡумыҙ сиртеүе, Нурания Хәлимова тарафынан башҡарылған “Урал батыр” эпосынан өҙөк, Хафизов Искәндәрҙең “Атайыма” әҫәрен яттан һөйләүе, Алсын һәм Сыңғыҙ Солтанморатовтарҙың баянда һыҙҙыртыуы, Дилә Абдуллинаның “Ҡоралай” бейеүе, ҡурайсы егеттәр – Илгиз Ҡаһарманов, Ғайсар Мәғзүмов,

Илшат Нурмөхәмәтов, Абдрахман Ҡолдәүләтовтарҙың һоҡландырғыс сығыштары республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән талантлы, һәләтле уҡыусылар йыйылыуын күрһәтте. Шулай уҡ гимназиябыҙ исемен йөрөткән Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына бәйле “Алтын тирмә” уйынында еңеүсе командалар тәбрикләнде.

IMG 20180330 WA0007IMG 7723IMG 7709

IMG 7735IMG 7716IMG 7697IMG 7707

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Сәлим улы Баянов Ҡоролтай исеменән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса иң юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусыларҙы бүләкләп китте. Өфө нефть-техник университеты вәкилдәре математика, рус теле буйынса махсус приздарын тапшырҙылар.IMG 7691

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына олимпиада һөҙөмтәләре буйынса уҡырға ҡабул итергә тәҡдим ителгән уҡыусылар исемлеге алдағы көндәрҙә гимназия сайтына ҡуйыласаҡ.

Олимпиада көндәре, ял кисәләре, үҫтереүсе уйындар һәр уҡыусының күңелен, аң-белем даирәһен, донъяға ҡарашын байытҡандыр, яңы кимәлгә күтәргәндер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Фән тауҙарының үрҙәрен яулағанда дәрт-дарман, ныҡышмалыҡ, уңыштар Һеҙгә!