тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

8704873326 марта в гимназии состоялся педагогический совет по теме: «Применение ИКТ как условие обеспечения эффективности работы педагога в условиях реализации ФГОС».

Были заслушаны выступления педагогов об использовании таблиц Google в рамках проведения дистанционного урока, об участие в сетевых проектах и конкурсах как факторе развития ИКТ-активности и профессионально-личностного роста педагога. Так же обсудили возможности повышения эффективности работы преподавателя при использовании тестирования. Ознакомились с рекомендациями по оснащению образовательных учреждений оборудованием, необходимым для реализации ФГОС ОО. Большой интерес вызвал мастер-класс ИТ школы «Орбита» по ментальной математике.

По итогам выступлений педагогический совет принял решение о продолжении работы по оснащению гимназии-интерната компьютерным оборудованием в соответствии с рекомендациями Министерства образования РФ; рекомендовал педагогам к применению в работе представленный опыт использования Google-таблиц, средств тестирования для повышения эффективности своей работы и рекомендовал педагогам гимназии-интерната принимать активное участие в сетевых проектах и конкурсах.

педсовет1педсовет3

26 март көнө гимназияла “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыуҙа уҡытыусы эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген арттырыу шарты булараҡ информацион-коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу” темаһына педагогик кәңәшмә үтте. Информатика уҡытыусыһы Л.З. Ғарифуллина “Дистанцион дәрес үткәреүҙең бер варианты формаһында Google таблицаһын ҡулланыу”, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.М. Алламоратова “Уҡытыусының шәхси-профессиональ һәм информацион-коммуникатив технологик әүҙемлеген үҫтереү факторы булараҡ интернет селтәре проекттарында һәм конкурстарында ҡатнашыу”, информатика уҡытыусыһы Ә.Н. Ғәликәйев “Уҡытыусы эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген арттырыу методы булараҡ тестар үткәреүҙе ҡулланыу”, информацион технологиялар буйынса директор урынбаҫары С.Г. Соловьянюк “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттарында уҡыу кабинеттарын тейешле кимәлдә йыһазландырыуға тәҡдимдәр” тигән темаларға йөкмәткеле сығыштар яһанылар. «Орбита» ИТ мәктәбенең менталь арифметика буйынса мастер-класы ла уҡытыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителде.

Педагогик кәңәшмәлә сығыш яһаусыларҙан һуң, РФ Мәғариф министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы, гимназия-интернатты информацион-технологик ҡорамалдар менән тейешле кимәлдә йыһазландырыуҙы дауам итергә, уҡытыусы эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Google таблицаһын, компьютер технологиялары ярҙамында тест үткәреүҙе ҡулланырға һәм интернет селтәре проектарында һәм конкурстарында әүҙем ҡатнашырға тигән ҡарар сығарҙы.

педсоветпедсовет2