тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

    IMG 20180324 WA000624 март көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының йыл дауамында юғары күрһәткестәргә ирешкән уҡыусылары, ата-әсәләре, уларҙы әҙерләгән педагогик коллективы ҡатнашлығында “Йондоҙҙар балҡышы” сараһы уҙҙы.

Директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова быйылғы уҡыу йылында гимназия данын төрлө сараларҙа яҡлаған гимназистарға рәхмәт һүҙен еткерҙе һәм киләсәктә яңынан-яңы бейек үрҙәргә күтәрелеүҙәрен теләне.

Төбәк-ара бөтә Рәсәй, республика олимпиадаларында - башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса призер 11 з класы уҡыусыһы Динмөхәмәтова Лидиә, ата-әсәһе һәм уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева, 7-8 кластар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса призер 8 в класы уҡыусыһы Ишемғужина Гөлназ, ата-әсәһе һәм уҡытыусыһы Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова, тормош һабаҡтары буйынса призер 9 в класы уҡыусыһы Юнысова Лиана, ата-әсәһе һәм уҡытыусыһы Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова, химия буйынса призер 10 д класы уҡыусылары Йомағужин Азамат, Буранбаева Миләүшә, уларҙың ата-әсәләре һәм етәкселәре Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы Рамаҙанова, биология буйынса призер 10 в класы уҡыусыһы Нурмиева Нурия, ата-әсәһе һәм етәксеһе Динә Ким ҡыҙы Фазылғаянова, математика буйынса призер 9 а класы уҡыусыһы Рысмөхәмәтов Ғәзинур, ата-әсәһе һәм етәксеһе Лилиә Тәлғәт ҡыҙы Ғабдуллина, физика буйынса призер 11 а класы уҡыусыһы Һөйөндөков Ислам, ата-әсәһе һәм уның етәксеһе Гөлдәр Вәис ҡыҙы Әхмәтова сәхнәгә саҡырылды һәм Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләк - гимназия энциклопедияһы тапшырылды.

Милли мәҙәниәтебеҙҙе бөтә Рәсәй кимәлендә күрһәтеп, Рәсәй мәктәптәре араһында тәүге тапҡыр цифрлы Дельфи кубогына үткән бәйге - Дельфи уйындарында,сәнғәт өлкәһендәге оҫталарҙың ярышында, беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернаты икенсе урын яуланы. Был мәртәбәле ярышта ҡатнашыусылар ҙа тәбрикләнде.

Гимназияла һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙың ижади мөмкинлектәрен тормошка ашырыу, уҡыусыларға төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән фәнни-тикшереү эшмәкәрлегендә үҙҙәрен һынап ҡарарға ярҙам итә. Уҡыусыларҙың Бәләкәй фәндәр академияһы еңеүселәре, призерҙары ла бүләкләнде. “Туған телгә һөйөү тәрбиәләү” номинацияһында еңеүсе уҡыусылар билдәләнде. “Интернатым –пар ҡанатым” баҫма гәзите, “Аҡ ҡауырһын”, “Эшһөйәр” түңәрәктәре, “Аҡйондоҙ” бейеү, Ә. Исҡужин исемендәге ҡурай, “Дәүер” фольклор-театраль ансамблдәре, “Мода театры”, “Гәлсәр” вокал студияларына йөрөүселәрҙең уңыштары – Бөтә Рәсәй вокал конкурсында III урын, “Таңсулпан” драма түңәрәгенең (художество етәксеһе - Рима Фәйез ҡыҙы Нәбиева) төрлө кимәлдәге ижади конкурстарҙағы юғары күрһәткестәре баһаланды. “Шаяндар һәм отҡорҙар” номинацияһында гимназияның КВН командаһы,“Иң әүҙемдәр” номинацияһында Лидер балалар ойошмаһы ағзалары билдәләп кителде. “Һылыуҡай 2018” республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған Илзирә Әсмәндийәрова йондоҙлоғо ла алҡыштарға күмелде.

IMG 7244 1IMG 7284 1

Гимназия-интернат тормошонда физкультура һәм спорт - төп тәрбиәүи сараларҙың береһе. Спорт командалары: баскетбол, волейбол, еңел атлетика, бокс, саңғыла уҙышыу буйынса “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” номинацияһы еңеүселәре сәхнәгә саҡырылды. Мини-футбол буйынса Волга буйы федераль округында VII урынға сығыусылар тәбрикләнде. Милли көрәш секцияһына йөрөүселәрҙең (етәксеһе – Жәлил Динмөхәмәт улы Йосопов) быйылғы уҡыу йылындағы уңыштары ла иғтибар үҙәгендә: үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Бөтә Рәсәй беренселегендә Әйүпов Линар ярыш һөҙөмтәләре буйынса III урынға күтәрелде.

Быйылғы уҡыу йылында дүрт уҡыусы: 11 з класы уҡыусыһы Лидиә Динмөхәмәтова, 11 б класы уҡыусыһы Шәүрә Ғарипова, 11 а класы уҡыусыһы Ислам Һөйөндөков, 11 б класы уҡыусыһы Азамат Зәйнетдинов Рәми Ғарипов премияһына лайыҡ булды. Улар ҙа быйылғы йылдың йыл йондоҙҙары рәтен тулыландырҙы.

Бөгөн балҡыған йондоҙҙар – улар гимназияның ғына түгел, тыуған илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәге. Мәңге балҡып йәшнәүҙәрен, юғары уңыштарға ирешеүҙәрен, артабан да фән һәм ижад донъяһында ҡайнап йәшәүҙәрен, Рәми Ғарипов аманатына тап төшөрмәүҙәрен теләйбеҙ.

Афарин, йәш йондоҙҙар! Уңыштар һеҙгә!