тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      IMG 20180324 WA0023Дуҫтар, һеҙ "Нимә?Ҡайҙа?Нисек?" тип аталған интеллектуаль уйын тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Мин иһә ҡатнашып та ҡараным. Яңыраҡ был уйын баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте. Уны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары һәм БР йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы ойошторҙо. Барлығы 10 команда тапҡырлыҡта, зирәклектә көс һынашты. Беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ командаһы йәше буйынса иң бәләкәйе булыуға ҡарамаҫтан, өлкән ағай-апайҙарға ҡаршы һынау тотто. Уйын ике турҙан торҙо. Һәр береһендә ҡатмарлы, ауыр һорауҙарға яуаптар эҙләнек. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм тарихын яҡшы белгәндәр һорауҙарға тиҙ яуап тапты. Бындай уйынға алдан әҙерләнеп булмай. Бары тик тупланған белем һәм зирәклек ярҙам итә. Команданың берҙәм, дуҫ булыуы ла мөһим. Ярыш аҙағында еңеүселәр билдәләнде. Рәми Ғарипов командаһы интеллектуаль уйында икенсе урынға лайыҡ булды. Беҙҙең өсөн был ҙур еңеү! Ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Лидиә Динмөхәмәтова, 11-се класс уҡыусыһы

IMG 20180324 WA0024