тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      IMG 20180324 WA0020 1Быйыл Ғаилә йылы уңайынан гимназияла  «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы»    интернет-конкурсын иғлан итәбеҙ. 
Бәйгелә  балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр гимназист  ғаиләһе ҡатнаша ала. 
Илһөйәр, телһөйәр, өлгөлө ғаиләләрҙе матур бүләктәр көтә. 
Конкурсҡа рәхим итегеҙ! 
      Интернет-конкурстар  “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге "Аҡ ҡауырһын" төркөмөндә  бара. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе ошо төркөмгә инеп инеп ( https://vk.com/club109058299 ), диуарға беркетергә кәрәк.
Был бәйге  тураһында тулыраҡ: 
       “Милли мираҫҡа тоғролоҡ” видеоконкурсы. 
Йәш сикләүҙәре юҡ. Ғаилә менән концерттарҙа, “Өлгөлө ғаилә” конкурстарында сығыш яһағанды, туристик сәйәхәткә сығыу ваҡытын, спорт ярыштарында ҡатнашыуҙы, өләсәйҙәр һабағы алыуҙы (ҡул эштәренә өйрәтеүе, әкиәт һөйләүе, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары), шул иҫәптән башҡорт телен пропагандалаған сараларҙы ҡуйырға мөмкин. Видеоролик 3 минуттан артмаһын. Эштәр 1 майға тиклем ҡабул ителә. Май байрамдарынан һуң йомғаҡ яһала.
Интернет-конкурстарҙың еңеүселәре май айында үтәсәк дөйөм йыйылышта иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.