тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      Ол. по кБ2018 йылдың 23 һәм 24 мартында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары) һәм Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы уҙғарылды. Тыуған еребеҙҙең мәҙәниәтен, тарихын яҡшы белгән иң алдынғы уҡыусыларҙы йыйған олимпиадала беҙҙең гимназиянан 8 Б класынан Ғарипова Рәзилә, Вәлиева Айгүзәл, Монасипова Гөлшат, 9 А класынан Аҡбашев Фәнил һәм 9 В класынан Йәғәфәров Ғаян, Юнысова Лиана ҡатнашты.

Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары) фәне буйынса 9-сы кластар араһында Юнысова Лиана (уҡытыусыһы Алламоратова Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы) призер булды. Республика олимпиадаһында ҙур еңеүгә өлгәшкән гимназисты һәм уҡытыусыһын ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Афарин!!!

Олимпиада по кПризер по к Б