тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      первенство Корэш2018 йылдың 16-19 мартында Ҡазан ҡалаһының “Аҡ барс” көрәш һарайында үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге уҙғарылды. Гимназияла милли көрәш буйынса түңәрәк алып барыусы, Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы өлкән тренеры Жәлил Динмөхәмәт улы Йосопов етәкселегендә 9А класынан Сәғитов Шамил, 9Ж класынан Әйүпов Линар һәм 10Б класынан Кәримов Айҙар ҡатнашты. Егеттәр, гимназия һәм республика данын намыҫлы яҡлап, уңышлы сығыш яһанылар. Әйүпов Линар ярыш һөҙөмтәләре буйынса III урынға лайыҡ булды.

Афарин! Артабан да юғары һөҙөмтәләргә ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ!