тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      Снимок экрана 2018 03 17 в 19.02.35Сегодня, 21 марта 2018 года в 16.00ч. в ГБОУ БРГИ имени Рами Гарипова состоялся круглый стол с участием представителей министерства образования РБ – заместителей министра образования Республики Башкортостан А.А. Ганеевой, Г.Г. Шагиевой, профессора, доктора филологических наук Ф.Г.Хисаметдиновой, председателя ассоциации выпускников «Беренсе» Б.М. Гузаирова, ветерана Ф.А.Бахтияровой, родителей, педагогов и обучающихся.

       В рамках круглого стола обсуждали перспективы развития ГБОУ БРГИ №1 имени Рами Гарипова. Было принято решение создать рабочую группу для разработки проекта новой редакции Устава гимназии-интерната и регулярно проводить встречи конструктивного характера по важнейшим вопросам, касающимся развития гимназии. В состав рабочей группы войдут родители, обучающиеся, представители ассоциации «Беренсе», педагоги. Сопредседатели: директор гимназии-интерната Л.Н. Фазлетдинова и председатель ассоциации выпускников «Беренсе» Б.М. Гузаиров. Разработанный рабочей группой проект документа может стать основой при разработке Уставов национальных образовательных организаций.

Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернатында 2018 йылдың 21 март көнө 16.00 сәғәттә “Рәми Ғарипов исемендәге 1 – се Башҡорт республика гимназия-интернатының үҫеш перспективаһы” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы вәкилдәре: министр урынбаҫарҙары А.А. Ғәниева, Г.Ғ Шаһиева, “Беренсе” сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы рәйесе Б.М. Ғөзәйеров, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, Тел һәм Әҙәбиәте институтынан профессор Ф.Ғ. Хисаметдинова, гимназия ветераны Ф.Ә. Бәхтейәрова, гимназия администрацияһы, уҡытыусылары, уҡыусылары, ата-әсәләр комитеты ағзалары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.

Көн тәртибендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса перспектив план моделе, гимназия эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи мәсьәләләре һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1 – се Башҡорт республика гимназия-интернатының 75 йыллыҡ юбилей сараларына әҙерлек кеүек һорауҙар ҡаралды.

Гимназияның яңы Уставын ҡабул итеү маҡсатында, ата-әсәләр, уҡыусылар, гимназия коллективы, “Беренсе” ассоциацияһы вәкилдәренән торған эшсе төркөм булдырыу һәм гимназия үҫешенә бәйле мөһим мәсьәләләр ҡаралған даими осрашыуҙар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эшсе төркөмгә ата-әсәләр, уҡыусылар, “Беренсе” сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы вәкилдәре, педагогтар инде. Гимназия директоры Л.Н. Фазлетдинова һәм “Беренсе” ассоциацияһы рәйесе Б. М. Ғөзәйеров рәйестәштәр итеп билдәләнде. Эшсе төркөм тарафынан әҙерләнгән документ проекты милли уҡыу йорттары Уставтары өсөн нигеҙ булараҡ тәҡдим ителеүе мөмкин.