тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

        бессм полк2 Быйыл кешелек донъяһы Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләйәсәк. Беззең гимназистар, педагогтар йылдағыса «Үлемһеҙ полк» акцияһында әүҙемлек күрһәтәсәк. 2015 йылда ҡатнашыусыларҙың һаны 136 кеше, 2016 йылда – 180 булһа, 2017 йылда 440 кеше булды. Әлеге көндә акцияға әҙерләнеү саралары башланды. Был эштең гимназия буйынса координаторы, тәрбиәсе Вахитова Гөлнара Ғәрифйән ҡыҙы быйылғы уҡыу йылында гимназияға кергән балалар менән, педагогик коллективҡа ҡушылған тәрбиәселәр менән осрашыуҙар ойоштора. 8Д, 8Е класс уҡыусыларына әҙерлекте ниҙән башларға икәнен, интернет селтәре аша мәғлүмәт табырға өйрәтте, эҙләнеү эштәренең нескәлектәрен аңлатты. Бындай сара 7-се, 8Г кластары менән дә үткәреләсәк. Бынан тыш Гөлнара Ғәрифйән ҡыҙы техник яҡтан да ярҙам күрһәтәсәк – ветерандарҙың фотоларын эшкәртеүҙе, штендерҙарҙы яһарға булышлыҡ итәсәк. Класс тәрбиәселәре алдында ла бурыстар ҡуйылды. Улар ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡ, балалар менән әңгәмә, класс сәғәттәре ойошторасаҡ.

бессм полк12016 йылдың 9 Майы

бессм полк

2015 йылдың 9 Майы