тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      IMG 9520 18 03 18 11 01 115-16 мартта Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында 7-8-се кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән II республика олимпиадаһы уҙҙы. Икенсе тапҡыр ойошторолған был сараның маҡсаттары ҙур: республикала олимпиадаһына уҡыусыларҙы түбән кластарҙан әҙерләй башлау, белемдәрен барлау, әүҙемлекте арттырыу, иң мөһиме – туған телебеҙгә иғтибарҙы арттырыу, хөрмәт тәрбиәләү. Ойоштороусылар: мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы. Беҙҙең уҡыу йортонан ике уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны: 7б класынан Аида Йәғәфәрова, 8в класынан Гөлназ Ишемғужина. Өс турҙан торған олимпиада бик көсөргәнешле барҙы. Тырышҡандарға уңыш йылмайыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланыҡ. Милли мәктәптәрҙә уҡыусы балалар араһында Гөлназ Ишемғужина (уҡытыусыһы Г.С. Ҡылысова) лайыҡлы күрһәткестәр менән призер булыуға өлгәште. Афарин! Ҡыҙҙарға киләһе бәйгеләрҙә уңыштар теләйек.

IMG 9522 18 03 18 11 01