тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      IMG 20180316 WA001015 мартта БР Мәғарифты үҫтереү институтында БР халыҡ яҙыусыһы, шағир, прозаик, драматург, тәржемәсе, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, “Тере шишмәләр” республика конкурсы уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар ике номинацияла -уҡытыусы-уҡыусы һәм уҡыусы-уҡыусы номинацияһында көс һынаштылар. Был сарала гимназиябыҙҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева һәм 8 А класы уҡыусыһы Әхмәтшин Айбулат ҡатнаштылар. Улар «Тылсымлы ҡурай» драматик поэмаһынан өҙөк һөйләнеләр һәм «Актерлыҡ һәләте өсөн» номинацияһында еңеүсе булдылар. Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

IMG 20180315 WA0004IMG 20180315 WA0003