тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Олимпиада по кбҮткән аҙна Башҡортостан тарихы һәм башҡорт мәҙәниәте буйынса региональ олимпиаданың муниципаль этабы үтте. Һәр йылдағыса беҙҙең уҡыусылар юғары һөҙөмтәләр күрһәттеләр. Башҡорт мәҙәниәте буйынса ике еңеүсене – 8 Б класынан Ғарипова Рәзилә һәм 9 В класынан Юнысова Лиана, ике призерҙы - 8 Б класынан Вәлиева Айгүзәл, 9 А класынан Аҡбашев Фәнилде башҡорт мәҙәниәте уҡытыусыһы Алламоратова Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы, Башҡортостан тарихы буйынса ике еңеүсене - 8 Б класынан Монасипова Гөлшат һәм 9 В класынан Йәғәфәров Ғаянды Башҡортостан тарихы уҡытыусыһы Баймөхәмәтова Әминә Әнүәр ҡыҙы әҙерләнеләр. Афарин!!!

Гимназистарға республика этабында уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ!