тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

249973 vstrecha kartinkiГимназияның сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу күптән инде изге йолаға әйләнгән. Ошо арала тәрбиәсе Таңһылыу Зәкирйән ҡыҙы 2008 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, 2012 йылда юғары уҡыу йортон һәм 2014 йылда Норвегияла Ставангер университетын тамамлаусы, әлеге көндә Ирак республикаһының “ЛУКОЙЛ” компанияһында эшләп йөрөүсе Хәтмуллин Алмаз Ахунйән улы менән “Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тип аталған осрашыу үткәрҙе. Осрашыуға барлыҡ класс уҡыусылар саҡырылды.

     Алмаз ҡыҫҡаса сит илдәге тормошо тураһында һөйләп үтте, ҡуйған маҡсаттарға ирешеү, сит ил юғары уҡыу йорттарына инеү, хеҙмәт һөйөү, үҙ өҫтәңдә эшләү, күңелеңә оҡшаған һөнәрҙе һайлау тураһында үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Осрашыу аҙағында балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Бөгөнгө көндә гимназия спортсмендарына спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән Алмаз Хатмуллин осрашыу һуңында мәктәп китапханаһына Д. Ергиндың “Добыча” тип аталған китабын бүләк итте.

Әгәр кеше әҙер­ҙе генә көтә икән, эше лә ырамаҫ, килеп тә сыҡмаҫ. Киреһенсә, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа ирешеп, бал ҡортолай тырыш­һаң, барыһы ла тейешенсә булыр, тигән уйҙа егәрле егет. “Уҡығыҙ, тырышығыҙ!”, – тип хушлашты Алмаз Хәтмуллин. Беҙ ҙә уға яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

IMG 5401IMG 5414