тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

                 MG 6216Яҙ миҙгелен гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарға тиңләйем, сөнки улар – донъялағы иң матур һәм илаһи заттар, йөҙҙәренән һәр саҡ нур бөркөлә, шулай уҡ тормошобоҙға йәм өҫтәүсе лә.

       7 март гимназиябыҙҙа «Һылыуҡай – 2018» гүзәллек бәйгеһе ойошторолдо. Финалға VII – XI кластар араһынан барлығы 10 ҡыҙ үтте.
Береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙар визитка, бейеү, һорауҙарға тапҡыр яуап биреү буйынса үҙ-ара көс һынашты һәм һәләттәрен күрһәтте. Әлбиттә, баһалама ағзаларына ла еңелдән булманы, сөнки ҡатнашыусылар бөтәһе лә һылыу, талантлы һәм еңеүгә лайыҡ ине.
       Шулай ҙа бәйге булғас, еңеүсе лә булырға тейеш. Улар кемдәр, тиһегеҙме? Уны
нсы кластарҙан Ильвина Рәсембәтова – III, Айзилә Юнысова -II, ә XI класс уҡыусыһы Алина Ғүмәрова I урындарҙы яуланы. Ә бәйгенең төп бүләге – Гран-при IX«В» класы уҡыусыһы Регина Ишемғоловаға тапшырылды.
     – Финалға үткәс тә етди әҙерләнә башланым. Әлбиттә, «Һылыуҡай – 2018» исемен алыуыма сикһеҙ шатмын, шуға ла миңә ярҙам иткән барлыҡ гимназистарға һәм дуҫтарыма ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тип тәьҫораттары менән бүлеште бәйгенең еңеүсеһе.
       Был көндө тамаша залында байрам кәйефе тантана итте. Һылыуҡайҙарҙың һәр бер сығышы көслө алҡыштарға һәм гөлләмәләргә күмелде. Матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы барлыҡ ҡыҙҙарға ла киләсәктә яңынан-яңы үрҙәр, күңелдәренең таҙа һәм саф булыуын теләйем. Киләсәктә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын һәм нескәлеген донъя кимәлендә күрһәтергә насип булһын үҙегеҙгә. Алдағы тормошоғоҙ гел яҡты көндәрҙән һәм сағыу ваҡиғаларҙан ғына торһон!
                                                   Лидиә Динмөхәмәтова.

 

 MG 6193IMG 6156