тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      249973 vstrecha kartinkiХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙҙең гимназияға ҡунаҡҡа мөләйем ғалимә, һоҡланғыс шәхес, заманында Башҡортостандың мәғариф министры, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары йөгөн тартҡан, бөгөнгө көндә БР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, философия фәндәре докторы, абруйлы профессор, Рәсәй Федерацияһының Vl һәм Vll саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина килде. Тамаша залында үткән осрашыуҙа гимназияның ҡыҙҙары менән серләшеп, күп балалы ябай ғаиләлә тыуып-үҫкән һәм бөтә республикабыҙ ғорурланырлыҡ үрҙәргә күтәрелгән Зөһрә Йыһанур ҡыҙы файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлашты, йәштәргә киләсәккә дөрөҫ маҡсаттар билдәләргә, хаталарҙан һабаҡ алырға өйрәтте. Уның этикет йолалары, үҙтәрбиә өҫтөндә эшләү, эстетик зауыҡ булдырыу, нәзәкәтлек ҡағиҙәләре, йәш ҡыҙҙарҙың оло тормошҡа әҙерлек ҡанундары тураһында әйткән фәһемле, аңлайышлы фекерҙәре күңелдәргә үтеп инде. Зөһрә Йыһанур ҡыҙының “Йәшлегем таңдары” йыйынтығына ингән “Яҙмышымдың яҙы” мелодрамаһын беҙҙең гимназияның “Таңсулпан” драма түңәрәге сәхнәгә әҙерләй, авторҙы апрель айына премьераға саҡырып ҡалдыҡ.

IMG 5802IMG 5809IMG 5815IMG 5850