тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

дельфииские игры 6 март көнө Рәсәй мәктәптәре араһында тәүге тапҡыр цифрлы Дельфи кубогына бәйге үтте.
Дельфи уйындары - сәнғәт өлкәһендәге оҫталарҙың ярышы. Был конкурс йәш таланттарҙы асыуға йүнәлтелгән. Гимназиябыҙ 30 минутлыҡ сығыш әҙерләп, милләтебеҙҙең мәҙәниәтен күрһәтте. Ҡурайсылар ансамбле "Урал" халыҡ көйөн уйнаны, "Аҡйондоҙ" ансамбле "Гөлнәзирә" бейеүен бейене, "Гәлсәр" вокал студияһы "Башҡортостан " йырын башҡарҙы, Азамат Зәйнитдинов ҡумыҙҙа уйнаны, аҙаҡ коллектив "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры менән тамамланы.
Был мәртәбәле бәйгелә Мәскәү ҡалаһының 2030-сы мәктәбе 1-се урын алды, беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернаты 2-се урын яуланы, 3-сө урынды Пермь крайы Березники ҡалаһының 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе бүлеште. Башҡортостан данын Рәсәй кимәленә сығарған гимназия коллективына рәхмәт!