тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 20180305 082729 resized 20180307 090238300Республика халыҡ ижады үҙәге 3,4 мартта республиканың 7 ҡалаһы һәм 9 районын "Тере һүҙ" йәштәр шиғри бәйгеһенә йыйҙы. Ғаилә йылына арналған был сарала 15 йәштән 35 йәшкә тиклем 90 кеше ҡатнашты. Конкурс ике турҙа уҙҙы. Йәш таланттар поэтик әҫәрҙәрҙе, үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы, йырҙарҙы башҡарып көс һынашты.
         Был бәйгелә гимназиябыҙҙың ике уҡыусыһы ҡатнашып, еңеү яуланы. 10-сы класс уҡыусылары Киранов Илдус номинацияла еңеү яулаһа, Юнысова Айзилә лауреат булып, III дәрәжәле Диплом менән бүләкләнде ( етәкселәре - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимербулатова Р.М.).
          Конкурсанттарҙы БР - ҙың атҡаҙанған артисы Гөлзәмиә Ситдыҡова, БР - ҙың атҡаҙанған артисы, актер Венер Камалов, шағир, яҙыусы Николай Грахов баһаланы.
          Афарин, уҡыусылар! Ижади үрҙәр теләйбеҙ!