тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

премия РГҺөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә - 
ти Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғарипов бер шиғырында.

Һәм ул көн килде!
Килде ул ҙур байрам – туй!
Даһиҙарҙы һөйләштерер,
Ғашиҡтарҙы серләштерер,
Дуҫ-иштәрҙе берләштерер,
Һәр милләтте үҙ телендә һөйләштерер,
Шағир әйткән иң ҙур байрам – 
Һүҙ байрамы бөгөн беҙҙә!
Һәр милләттең теле яңғырай,
Моңо яңғырай туған телендә,
- тип сығыш яһаны тантаналы сарала гимназияның аҫыл егеттәре.
21 февраль – Халыҡ - ара туған телдәр көнөндә гимназияла ҙур байрам - Рәми Ғарипов премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.  Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Рәми Ғарипов – халыҡ теленең иң матур өлгөләрен, байлығын, күркәмлеген үҙенең ижадында сағылдырып, халыҡҡа еткереүсе шағир. Рәми образы тыуған Башҡортостаныбыҙға, халҡыбыҙға хеҙмәт итеүҙең аҫыл өлгөһө ул. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә оҙон ғүмерле ижад ҡалдырып, ул  халҡыбыҙ өсөн  тел, милләт яҙмышы тураһында  үлемһеҙ шиғырҙар ижад итеп өлгөрә.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов хөрмәтенә һәм уның исемен мәңгеләштереү йөҙөнән гимназияла 1994 йылда премия булдырыла һәм яңы лауреаттарға һәр йыл һайын әҙиптең тыуған көндәре ваҡытында тапшырыла.  “Рәми Ғарипов премияһын тапшырыу тураһында” положениеһына ярашлы гимназия коллективы  быйыл 7 лауреатты был иҫтәлекле премияға лайыҡ тип тапты. Улар - милли мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, беҙҙең уҡыу йорто менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән һәм гимназия - интернат уҡыусыларының профессиональ йүнәлеш алыуында оло ярҙам күрһәткәне өсөн   профессор, физика - математика фәндәре докторы Йыһанур Йосоп улы Фазуллин,  Рәмил Нәзиф улы Бәхтизин, башҡорт әҙәбиәтен, шиғриәтен, милли сәнғәтте үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән театр һәм кино актеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты, РФ һәм БР -ҙың халыҡ артисы Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева һәм  мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, төрлө олимпиада, конкурс, конференцияларҙа юғары уңыштарға өлгәшкән 11-се класс уҡыусылары Лидиә Динмөхәмәтова, Шәүрә Ғарипова, Ислам Һөйөндөков, Азамат Зәйнитдиновтар.  Лауреаттарға изге теләктәрен еткереп, премияны  гимназиябыҙ директоры Фазлетдинова Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы тапшырҙы. 
Киләсәктә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек дауам итер һәм юғары уңыштарға килтерер, уҡыусыларыбыҙ телебеҙ, илебеҙ, еребеҙ тип йәшнәп йәшәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

премия РГ 1премия РГ 2премия РГ 3премия РГ 4премия РГ 5премия РГ 6премия РГ 7