тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

встреча с Якшибаевой 119 февраль көнө 8г, 10е кластары башҡорт яҙыусыһы, Р.Өмөтбаев, Ж.Кейекбаев, М.Буранғолов исемендәге, шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты, БР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева менән осрашты. Был сарала күп йылдар китапханасы булып эшләгән Фәғилә Сәйет ҡыҙы Бәҙретдинова ла ҡатнашты. Әңгәмә "Иман барҙа әхлаҡ бар" тигән темаға ҡоролдо. Уҡыусылар Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның китаптары менән таныштылар, балалар өсөн яҙылған "Исемем Салауат булһын", "Ашҡаҙар вальсы" тураһында һөйләшеү алып барҙылар. Исем ҡушыуға, ғаилә ҡороуға яуаплы ҡарарға кәрәклекте аңланылар,тәрбиә мәсьәләләре ҡараған һорауҙарға яуаптар таптылар. Лира Яҡшыбаева - башҡорт әҙәбиәтендә тәүге булып әүлиәләр тураһында яҙған яҙыусы. Һуңғы көндәрҙә уның әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән "Әүлиә" спектакле халыҡ араһында популяр. Уҡыусылар ошо әҫәрҙәр нигеҙендә "иман" төшөнсәһенә аңлатма алдылар, кешелекле булырға, изгелек орлоҡтары сәсергә кәрәклекте аңлап таралаштылар. Сара фәһемле булды.

Осрашыуҙы ойоштороусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы

 

встреча с Якшибаевой 2встреча с Якшибаевой 3