тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

249973 vstrecha kartinkiБөгөн, 16 февраль көнө, билдәле башҡорт яҙыусыһы, беҙҙең уҡыу йортоноң сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әмир Мөхәмәт улы Әминев менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа 8д, 8в класс уҡыусылары ҡатнашты. Осрашыу бик йәнле үтте, уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Яҙыусының фәһемле әҫәрҙәре буйынса фекер алышыу булды. Әмир Мөхәмәт улы милләт, рух төшөнсөләре тураһында үҙенең кәңәштәре, мәктәп йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыһы Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева ойоштоҙо, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова, Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова ҡатнашты.