тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

249973 vstrecha kartinkiГимназиябыҙҙы йыл һайын талантлы, тырыш уҡыусылар тамамлай. Улар тормош даръяһында юғалып ҡалмай, үҙ юлын таба һәм белем усағыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәйенсә, яңынан – яңы бейеклектәргә үрләй.

   Ошо көндәрҙә гимназистар менән осрашыуға үҙ эштәрендә ҙур ҡаҙаныштар яулаған сығарылыш уҡыусыларыбыҙ, бизнес өлкәһендә эшләүселәр Хилажев Ринат, Йыһаншин Илһам һәм Лоҡманов Тимур килде.

Гимназияла уҡыған ваҡытта уҡ улар тырыш булғандар, һәр бер сарала әүҙем ҡатнашҡандар.Тормошта үҙ маҡсаттарына ирешеп, уңышлы эш алып баралар.

Әңгәмә бик ҡыҙыҡлы барҙы. Уҡыусылар береһенән – береһе уҙҙырып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, файҙалы кәңәштәр, яуаптар алды. Кем белә, тиҙҙән уҡыусыларыбыҙ араһынан да тағы ла шундай шәп бизнесмендар сығыр әле!

IMG 4284IMG 4308IMG 4309IMG 4329