тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

249973 vstrecha kartinki13февралдә 9ж класы уҡыусылары тәрбиәселәре Фәнүрә Абдулғази ҡыҙы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Альбина Хәсән ҡыҙы менән Матбуғат йортона сәйәхәткә барҙылар. Унда улар яратып уҡыған «Йәшлек» һәм «Йәншишмә » газеталары редакцияһы хәбәрселәре - гимназиябыҙҙы тамамлаусы мөхәррирҙәр Артур Хәсән улы Дәүләтбәков, Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙолар. Хәҙерге көндә матбуғат хәле, һөнәр һайлау тураһында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт алдылар, Осрашыу аҙағында иҫтәлеккә фото төшөү ҙә ойошторолдо.

Экскурс