тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Декадник башк.языка

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте декаднигы сиктәрендә 14 февраль көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева, Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова, Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева, Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова гимназия администрацияһына, уҡытыусыларына, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм БДУ практиканттарына асыҡ дәрес күрһәтте.

Тәү дәрестә 8а класы “Ҡатнаш ҡушма һөйләм” темаһын үҙләштерҙе. Альбина Хәсән ҡыҙы әкиәти форма ҡулланып, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. Балалар темаға ярашлы Дуҫлыҡ йортон төҙөп, интернатта, илдә, донъяла дуҫ, берҙәм йәшәүҙең мәғәнәһен төшөндө. Бергәләп “Сыбай ҡашҡа” халыҡ йырын башҡарыуҙары дәресте тағы ла йәнләндерҙе.

Лилиә Искәндәр ҡыҙы 8д класында “Урын һөйләм” темаһын Р.Ғарипов ижады менән бәйләне. Шағирҙың “Әсәм ҡулдары” шиғырын тикшергәндән һуң, 14 февраль – Ғашиҡтар көнө булыуын иҫәпкә алып, уҡыусыларҙың әсәләренә булған һөйөүен ижади эштәрҙә сағылдырыуы бөтәһенә лә оҡшаны.

Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы 9в класы менән XVIII быуат әҙәбиәтенә байҡау яһаны, шул осор ихтилалдары, батырҙары тураһында әңгәмәләштеләр. Уҡыусылар Батыршаның хатын өйрәнеп, халыҡтың эпистоляр публицистикаһы өлгөһө менән танышты.

Римма Мирсәйет ҡыҙы “Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһын тулы анализлау нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлдары менән таныштылар. Уҡытыусының 14 февраль- Советтар Союзы Геройы, дивизияһының полк командиры Таһир Күсимовтың тыуған көнө, 22 февралдә Өфөлә Шайморатов генералға бағышланған сара уҙыуы тураһында мәғлүмәт еткереүе, Р.Ғариповтың “Дон далаларында” юлъяҙмаһы менән таныштырыуы уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттырҙы.

Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, эстәлекле, милли рух тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, патриотизм тойғоһо менән һуғарылған дәрестәрҙе ҡарағандан һуң, мәктәп администрацияһы дәрестәрҙең юғары методик кимәлдә үтеүен билдәләп үтте. Был сара практиканттар өсөн бик фәһемле булғандыр тип ышанабыҙ.

Декадник башк.языка1Декадник башк.языка2Декадник башк.языка3Декадник башк.языка4Декадник башк.языка5