тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

митинг Р. Гарипова212 февраль көнө - арҙаҡлы шәхесебеҙ, яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары предметҡа арналған аҙналыҡты асып ебәрҙе. Йола буйынса шағирҙың бюсы алдында йыл һайын тантаналы митинг уҙғарыла. Ялҡынлы, илһамлы, ҡайнар йөрәкле оло әҙиптең беҙҙең гимназия уҡыусыһы булыуы барыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ ул. «Ваҡыт уҙған һайын Рәми ағай образы беҙҙең күңелдәргә яҡыныраҡ һәм ғәзизерәк була бара. Йәшәй-йәшәй, уны өйрәнә-өйрәнә шағир күңелен нығыраҡ аңлайбыҙ, тулыраҡ баһалай барабыҙ. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, исемебеҙ есемгә тура килһен ине тип теләйем: уҡыуҙа, эштә, тәртиптә, төрлө бәйгеләрҙә. Рәми дәрестәре, Рәми һабаҡтары һәр ваҡыт беҙҙең күңелдәрҙә булырға тейеш», - тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе гимназиябыҙ директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы.

Быйылғы йылда үҙенең изге теләктәрен, фәһемле кәңәштәрен әйтергә тип көтөп алған ҡунағыбыҙ, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәп Бейешева премиялары лауреаты, танылған йәмәғәт эшмәкәре, аҡ күңелле ағинәйебеҙ Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева килде. Барыбыҙ ҙа Мәрйәм апайҙың Ғариповтар ғаиләһе менән дуҫ, ижадташ булыуын, шағирҙың көндәлектәрен сығарыуҙа ҙур көс һалғанын бик яҡшы беләбеҙ. Йәш быуынға хөрмәтле ағинәйҙең фекерҙәрен, кәңәштәрен тыңлау оло тәжрибә булды.

8в класы уҡыусылары ихлас күңелдән әҙиптең «Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән», «Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн», «Әйтер һүҙем», «Ил тойғоһо», «Мин дә бер көн булмам, дуҫҡайҙарым» кеүек популяр шиғырҙарын тасуири һөйләп ишеттерҙе. Рәхмәт уларға!

Йола буйынса шағирыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, уҡыу алдынғылары Миләүшә Буранбаева һәм Ғәзинур Ырыҫмөхәмәтов ҡәнәфер сәскәләрен һалды.

Осрашыу артабан Альбина Хәсән ҡыҙы етәкселегендә Рәми Ғарипов исемендәге музей-кабинетта дауам итте. 9ж класы һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары өсөн бөгөнгө көн айырыуса мөһим булғандыр. Билдәле шәхес менән яҡындан аралашыу, ҡыҙыҡһынған һорауҙарыңа төплө яуап алыу һәр кемгә лә тәтемәй.

Бөгөн яратҡан шағирыбыҙға 86 йәш тулыр ине. Уның яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәү, уның кеүек белемгә ынтылыу, гимназиябыҙҙың данын арттырыу беҙҙең изге бурысыбыҙ булып тора.

Сараны ойоштороусы Г.С. Ҡылысова

 митинг Р. Гариповамитинг Р. Гарипова1митинг Р. Гарипова3