тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

249973 vstrecha kartinki9 февраль көнө беҙгә үҙ хистәре, тәжрибәләре менән бүлешер, шаулы мәктәп йылдарын иҫкә алыр өсөн ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ, беҙҙең сығарылыш уҡыусылар килде. Улар араһында Беренсе” ассоциацияһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, гимназиябыҙҙың 1980 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Борис Миҙхәт улы Ғөзәйеров, белем усағыбыҙҙы 1978 йылдың сығарылышы уҡыусыһы, Республика капиталь төҙөлөшө идаралығы директоры Ғәфүр Рәфҡәт улы Ҡулмурзин һәм Урман хужалығы министрлығында бүлек мөдире һәм гимназиябыҙҙың 2002 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Юнир Юлай улы Садыҡов булды.

Осрашыу диалог формаһында үтте. Уҡыусылар ҡунаҡтарыбыҙҙан үҙ эшеңде нисек табырға, уңыштарға өлгәшер өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк, нисек дөрөҫ итеп уҡыу йортон һайларға тиген һорауҙарға яауап алдылар.

Шулай уҡ ҡунаҡтарыбыҙ гимназия тормошон, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе иҫкә алыу, класташтары менән осрашыуҙары тураһында һөйләнеләр.

Был осрашыу беҙҙең уҡыусылар өсөн бик фәһемле һәм файҙалы булды. Ҡунаҡтарыбыҙға эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

встреча с выпускникамивстреча с выпускниками1