тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Встречи с интересными людьмиГимназиябыҙҙы бик күп арҙаҡлы шәхестәр тамамлаған. Уларҙың араһында кем генә юҡ! Профессорҙар,шағирҙар,яҙыусылар...

Улар гимназиябыҙҙы ғына түгел, ә республикабыҙҙы ла данлай, бейеклектәргә  күтәрә.  7 февраль белем усағыбыҙҙың алдынғы, бар яҡтан да тырыш уҡыусыларына гимназиябыҙҙы 1978 – се йылда тамамлаусы, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы ҡаҙна предприятиеһы: “Республика Капиталь Төҙөлөш Идаралығы" директоры Ҡолморҙин Ғәфүр Рафҡәт улы менән әңгәмәләшеү бәхете тейҙе.

Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, яуаптар алды. Ғәфүр Рифҡәт улы гимназия йылдарына әйләнеп ҡайтты, хәтирәләре менән бүлеште, кәңәштәр бирҙе.

«Белем алыр өсөн һеҙгә бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Төп бурысығыҙ – төплө белем алып, тормошта үҙ урынығыҙҙы табыу. Һөнәр һайлағанда ла яңылышмағыҙ. Атай–әсәйегеҙҙең һәм гимназияның йөҙөнә тап төшөрмәй, бейеклектәргә үрләгеҙ,” - тине ул.

Гимназистарға осрашыу бик оҡшаны. Фәһемле кәңәштәр алып, был осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды улар. Киләсәктә лә бындай осрашыуҙар тағы ла булып торор тип өмөт итәбеҙ һәм сығарыш уҡыусыларын осрашыуҙарға һәр ваҡыт көтөп ҡалабыҙ!

Встреча с Колморзиным 1Встреча с Колморзиным 2